среда, 15 января 2014 г.

Төркиәнең Тыныслыҡ һәм демократия фирҡәһе лидеры: “Курдтар “Женева 2”лә ҡатнашырға теләй.”

 
Сүриәнең киләсәген билдәләйәсәк халыҡ-ара конференцияла Сүриә оппозицияһының ҡатнашыуы һаман да һорау тыуҙырғанда, йәнә бер мәсьәлә- курдтар мәсьәләһе килеп тыуҙы. 2 миллион Сүриә курды илдең төньяғында йәшәй. Хәрби хәрәкәттәр зонаһынан ҡасыусыларҙың байтағы Ирак һәм Төркиәлә һыйыныу урыны тапҡан. Курдтар Төркиә- Сүриә сигендә Сүриәлә ҡалған ватандаштары менән теләктәшлек акцияларын даими рәүештә ойоштороп тора, бындай манифестация Төркиә курдтарының “Тыныслыҡ һәм демократия” фирҡәһе саҡырыуы буйынса элек тә ойошторолғайны. Беҙҙең Анкаралағы хәбәрсебеҙ уның башлығы Сәләхетдин Демирташ менән осрашты:
 “Курдтар “Женева 2”лә ҡатнашырға теләй. Курдтарҙың төрлө берекмәләре һөйләшеүҙәр үткәрҙе һәм бергәләп эш итергә ҡарар итте. Улар конференцияла айырым курд делегацияһы рәүешендә ҡатнашырға ынтыла. Әгәр был мөмкин булмаһа, улар Cүриә оппозицияһын үҙ хоҡуҡтарын танырға саҡыра. Женеваға Сүриә оппозицияһы составында килергә теләк белдерә. Әгәр Cүриә оппозицияһы курдтарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы кәрәк тапмай һәм айырым курд делегацияһын төҙөүҙе рөхсәт итмәй икән, улар Женева конференцияһында ҡатнашыуҙың мәғәнәһен күрмәй.”
Сүриә курдтары араһында берҙәмлектең булмауы ла эште ҡатмарлаштыра. Уларҙың бер өлөшө, конфликт башланғаны бирле, баш күтәреүселәрҙе яҡлай, икенсе өлөшө асыҡтан-асыҡ Бәшәр Асад режимы яғында. Әйтергә кәрәк, сәйәси ҡарашатары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың “дөйөм дошманы”бар- радикаль ислам төркөмдәре.
“Сүриәнең курд халҡы йәшәгән регионы “Әл-Ҡаиҙә,” һәм “Ән-Нусра” менән бәйле радикаль төркөмдәр ҡамауында,- ти Сәләхетдин Демирташ.-Төркиә сиге лә ябыҡ, унда блокпостар ҡуйылған. Курдтар йәшәгән ерҙәр блокадала ҡалды. Беҙ, курдтар, үҙ аллы ярҙам йыйып, кәрәк урынға алып барырға тырышабыҙ, ә был анһат түгел. Быны эшләргә мәжбүрбеҙ, сөнки халыҡ-ара ярҙам унда барып етмәй. “Әл-Ҡаиҙә,” башҡа төркөмдәр, ярҙам курдтарға барып етмәһен өсөн, барыһын да эшләй, улар беҙҙең менән гел көрәш алып бара.”





Комментариев нет:

Отправить комментарий