среда, 15 января 2014 г.

Израиль оборона министры АҠШ дәүләт сәркәтибе алдында ғәфү үтенгән.


Израилдең оборона министры Моше Яалон АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керри алдында ғәфү үтенгән- был турала уның кабинетының рәсми белдереүендә әйтелә. Һүҙ “Едиот Ахронот”гәзитендә донъя күргән министрҙың ҡаршылыҡлы хәбәрҙәре хаҡында бара. Баҫма раҫлауынса, Яалон Израиль күптән инде фәләстиндәр менән түгел, американлылар менән һөйләшеүҙәр алып бара кеүегерәк фекер ысҡындырған. “Әгәр Керри Нобель премияһын алып, Израилде тыныслыҡта ҡалдырһа, был йәһүд дәүләте өсөн ҡотолоу буласаҡ,-”тип, мәҡәлә авторы оборона министры башлығы фекерен ослап ҡуйған.
АҠШ яуапһыҙ ҡалманы. “Оборона министрының күрһәтмәләре, әгәр улар дөрөҫ булһа, мыҫҡыллы һәм урынһыҙ. Бигерәк тә Ҡушма Штаттарҙың Израиль именлеген тәьмин итеү буйынса башҡарған һәм башҡарасаҡ эштәрен иҫәпкә алғанда,”-тип белдерҙе дәүләт департаменты матбуғат сәркәтибе Джен Псаки.

Бынан алда Вашингтон Израиль премьеры Беньямин Нетаньяхунан был мәсьәлә буйынса позицияһын асыҡлауҙы талап иткәйне. Тыныслыҡ хаҡындағы Фәләстин–Израиль һөйләшеүҙәре уҙған йылдың июлендә АҠШ булышлығында ҡайтанан башланғайны. Американлылар ике яҡты ла апрель аҙағына ҡәҙәр уртаҡ фекергә килергә саҡырҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий