Мексикала үҙоборона
отрядтары уларҙы ҡоралһыҙландырырға маташҡан хөкүмәт ғәскәрҙәре менән
бәрелешкән. Атыш ваҡытында 4 кеше һәләк булған.
Урындағы халыҡ бер
нисә ай элек был тирәлә күп йылдар эш алып барған “Тамплиер ордены рыцарҙары” боевиктарына
ҡаршы ҡоралға тотондо.
Халыҡ ҡорал ташлауҙан
баш тарта:
“Хөкүмәт үҙ эшен үтәмәгәс, беҙ нисек ҡорал
ташлайыҡ? Наркотик һатыусылар барыбыҙҙы ла үлтереп бөтәсәк. Ә хөкүмәт ни эшләйәсәк? Үҙ бурысын үтәй алмай, барыһы ла наркомафияға һатылып бөткән.”
Һуңғы бер нисә ай
эсендә үҙ-үҙеңде яҡлау отрядтары илдең көньяҡ-көнбайышындағы Мичоакан штатындағы
халыҡ йәшәгән бер нисә төбәкте үҙ контроле аҫтына алды һәм юлдарҙы япты.
Кешеләр енәйәти төркөмдәргә һәм коррупцияға бирелгән полицияға ҡаршы тора алды.
Нуэва Италия ҡалаһы
мэры һүҙҙәре буйынса, урындағы халыҡ ополчениены яҡлай:
“Халыҡ наркомафиянан
ҡурҡа, шуға күрә үҙоборона көстәренең ҡоралһыҙланыуын теләмәй. Ҡабатлап шуны
әйтәм: был отрядтар барлыҡҡа килгәс, халыҡ үҙен имен тоя башланы.”
Мексика хөкүмәте, тәртип
булдырырға вәғәҙә биреп, ополчениенан ҡорал тапшырыуҙы талап итә. Ләкин штат
халҡы коррупцияға бирелгән властарҙың ойошҡан енәйәтселлекте еңә алыуына
ышанмай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий