четверг, 16 января 2014 г.

Манифестацияла ҡатнашыусы ҡатынды йәш ағыҙыусы газ менән ҡойондорған полицейскийға өс йыл төрмә.


Уҙған йылдың июнендә Стамбулдың Гези паркында манифестацияла ҡатнашҡан ҡатынды, яҡын уҡ килеп, йәш ағыҙыусы газ менән ҡойондорған полицейскийға төрөк прокуроры өс йыл төрмә талап иткән. Был мәлде һүрәтләгән фотография бөтә донъяны урап сыҡты. Прокурорҙың фекере буйынса, полицейский Төркиә тәртип һағы көстәренең йәш ағыҙыусы газды ҡулланыу тәртибен боҙған.


Гези паркын юҡ итеүгә ҡаршы ойошторолған ай ярымға һуҙылған ҡаршылыҡ акцияһында 6 кеше һәләк булған һәм 8 меңе тән йәрәхәттәре алған. Манифестацияла ҡатнашыусылар Эрдоган хөкүмәтенең отставкаға китеүен дә талап иткәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий