четверг, 16 января 2014 г.

АҠШ-тың махсус хеҙмәттәре радиотулҡындар ярҙамында компьютерҙарҙы “ватып ингән”.


АҠШ-тың махсус хеҙмәттәре радиотулҡындар ярҙамында бөтә донъялағы 100 мең компьютерҙы ”ватып ингән”- был турала шишәмбе көн“Нью-Йорк таймс” гәзите хәбәр итте. Журналистарға мәғлүмәтте АҠШ-тың элекке Милли именлек агенство хеҙмәткәре Эдвард Сноуден тапшырған.
Был материал буйынса, АҠШ-тың Милли именлек агенствоһы, компьютерҙарға, хатта интернетҡа тоташтырылмағандарына ла үтеп инергә мөмкинлек биреүсе йәшерен технология ҡулланған. Разведка хеҙмәттәре шул рәүешле шпионлыҡ һәм киберһөжүмдәргә элек һис ҡасан дусар булмаған компьютер селтәрҙәренә лә үтеп ингән. Күп осраҡта ҡоролмаларҙы махсус хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре, компьютер ҡоролмаларын етештереүсе йәки ҡулланыусы һис бер шик-шөбһәһеҙ үҙе тоташтырған.
Гәзиттә әйтелеүенсә, Милли именлек агенствоһының һәм АҠШ кибернетик командованиеһының төп маҡсаты- Ҡытай армияһының 61398 номерлы Шанхай подразделениеһы, тап уны Вашингтон Америка сәнәғәт һәм хәрби объекттарына киберһөжүм ойоштороуҙа ғәйепләй.
“Квантум” (Quantum) код атамаһы аҫтындағы прогамма тәьминәте Рәсәй хәрбиҙәре, Мексика полицияһы һәм наркокартелдәре, Евроберләшмә сауҙа ойошмалары һәм ҠХР, Сәғүд Ғәрәбстаны, Һиндостан һәм Пакистандың төрлө структуралары компьютер селтәрҙәренә үтеп инеү өсөн дә урынлаштырылған.
Америка стратегик һәм халыҡ-ара тикшеренеүҙәр үҙәге эксперты Эндрю Льюис һүҙҙәре буйынса,  Компьютерҙаға һәм селтәрҙәргә үтеп инеү өсөн, Милли именлек агенствоһы ҡулланған ҡорамалдарҙың ҡеүәте һәм һиҙгерлеге- әлеге мәлдә яңылыҡ.
АҠШ-тың үҙендә был технологияларҙың ҡулланылыу-ҡулланылмауы билдәһеҙ. Милли именлек агенствоһында операция масштабы хаҡында һөйләүҙән баш тарттылар, тик шуны белдерҙеләр: Америка махсус хеҙмәттәренең эшмәкәрлеген Ҡытайҙыҡы менән сағыштырырлыҡ  та түгел.




Комментариев нет:

Отправить комментарий