Женевала БМО-ның
Балалар хоҡуҡтары буйынса комитеты Ватикан делегацияһының католик руханиҙарҙың
балаларҙы мыҫҡыл итеүе осраҡтары хаҡындағы докладын тикшерәсәк.
Изге престол рәсми
рәүештә 4 меңдән ашыу бындай осраҡты таныны.
Ватикан вәкилдәре шуны
һыҙыҡ өҫтөнә ала: руханиҙар араһындағы педофилия күренеше менән көрәшеү өсөн,
уларҙың вәкәләттәре юҡ, шуға күрә бөтә ошондай эштәрҙе сиркәү дини булмаған
властарға тапшыра.
“Дини йәмғиәттәр төрлө
дәүләттәргә ҡарай, уларҙың һәр береһенең үҙ законы. Әгәр руханиҙар үҙ
дәүләттәрендә енәйәт эшләгән икән, улар үҙ власы һәм үҙ дәүләте законы алдына
барып баҫырға тейеш,-”тип белдерҙе Ватикандың матбуғат сәркәтибе кардинал Федерико
Ломбарди.
Изге
престол администрацияһы педофилияла тотолған руханиҙарҙы яҡларға йыйынмауын
белдерҙе.
Иң һуңғы осраҡтарҙың
береһе- шаршамбы педофилия осраҡтары хаҡында матералдар Чикаго
прокуратураһына тапшырылды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий