Амстердам властары
урындағы хәмер ҡолдарына ярҙам ҡулы һуҙҙы, хәҙер, урамдарҙы таҙартҡандары өсөн,
уларҙы һыра менән тәьмин итәләр. Ҡала һәм бер хәйриә фонды финанслаған махсус
программа сиктәрендә аҙнаһына өсәр көн эшкә йөрөүсе унар кешененән торған ике
төркөм төҙөлгән. Бригаданың һәр хеҙмәткәре иртән- 2, төш -1, кис 2 банка һыра
ала. Бынан тыш уларҙы тәмәке менән тәьмин итәләр, көнөнә бер тапҡыр йылы аш
ашаталар, көндәлек сығымдары өсөн 10 евро бирәләр.
“Бик шәп был, паркта
һәйбәт, һыра күп,-ти проектта ҡатнашыусы.-Бында килеү менән нидәйҙер файҙалы эш
эшләге килеп тора. Урынымда ултырып сыҙай алмайым хатта.”
“Күп сәйәсмәндәр быны
ауырлыҡ менән ҡабул итте,-ти Амстердам райондарының береһенең башлығы.-“Нисек,
һеҙ кешеләргә спиртлы эсемлектәр тәҡдим итәһегеҙме?” Юҡ, мин уларға перспектива
тойғоһон, йәмғиәт ағзаһы булыу тойғоһон бирәм. Улар үҙҙәрен башҡалар күек үк
кәрәкле кешеләр итеп тойорға тейеш. Беҙ уларға шуны еткерегә тырышабыҙ: беҙ
уларҙан баш тартмайбыҙ, ҡабул итәбеҙ, сөнки улар беҙҙең райондарҙа йәшәй.”
Элек Амстердам
властары эскеселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән төрлө программаларға йыл һайын
миллион евро самаһы сарыф иткән, әммә улар ыңғай һөҙөмтә бирмәгән. Хәҙер,
проект координаторҙары әйтеүенсә, файҙа күҙгә күренеп тора: опека аҫтындағылар
хәмер хаҡында ғына түгел, эш хаҡында ла уйлай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий