суббота, 18 января 2014 г.

Владимир Путин: “Беҙ “гомосексуализм”ды тыймайбыҙ, әммә балаларҙы тыныслыҡта ҡалдырығыҙ.”


Сочиҙағы Олимпия уйындарына өс аҙна ҡалды тигәндә, президент Владимир Путин “Рәсәй партнерҙарын илдең традицияларына һәм культураһына хөрмәт менән ҡарарға” саҡырҙы. Рәсәйҙәге енси әҙселекте тәшкил итеүселәрҙең хоҡуҡтары хаҡында бәхәстәр барғанда һәм Көнбайыш бәлиғ булмағандар араһында гомосексуализмды пропагандалауҙы тыйыусы законды тәнҡитләгәндә, Рәсәй лидеры гомосексуаль мөнәсәбәттәр өсөн берәүҙе лә ҡулға алмауҙары хаҡында белдерҙе. Был турала ул Красная Полянала Олимпиада волонтерҙары менән әңгәмә барышында әйтте.
-Нисек килеп сыға инде ул, беҙҙә гомосексуализмды пропагандалауҙы тыйыусы закон бар, ә волонтерҙарҙың  формаһы төҫлө, йәйғор һымаҡ?-тип һораны осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың береһе.
Владимир Путин:
-Әгәр был форманы мин уйлап тапҡан тип уйлаһағыҙ, бик яңылышаһығыҙ. Беҙ бер нәмә лә тыймайбыҙ, байтаҡ илдәрҙән айырмалы рәүештә бер кемде лә ҡулға алмайбыҙ, яуаплылыҡҡа тарттырмайбыҙ. Шуға күрә үҙеңде иркен тойорға мөмкин, ләкин, зинһар, балаларҙы тыныслыҡта ҡалдырығыҙ.
Закон бер енесле “мөхәббәт” яҡлыларҙың асыуын ҡабартты, уларҙың раҫлауынса, был бер енеслеләрҙе эҙәрлекләүгә юл аса, “хоҡуҡ һаҡлаусылар” иһә Сочи Олимпиадаһына бойкот иғлан итергә саҡырҙы.

Путиндың фекеренсә, Уйындарҙы лайыҡлы үткәреү рәсәйлеләр өсөн, уларҙың үҙ-үҙҙәренә, илебеҙҙең мөмкинлектәренә ышанысы өсөн үтә лә мөһим. Шул уҡ ваҡытта, уҙған йыл аҙағындағы Волгоградтағы икеләтә теракттан, Дағстандағы көс ҡулланыуҙарҙан һуң, төп тема именлекте тәьмин итеү булып тора. Махачҡалалағы йомалағы шартлауҙан ғына ла 16 кеше зыян күрҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий