воскресенье, 19 января 2014 г.

Австралия: урман янғындарын тулыһынса контролдә тотоп булмай.


Австралияның Виктория һәм Көньяҡ Австралия штаттарында янғындар ҡоторона. Сәбәбе- 40 градусҡа еткән эҫелек. Көслө ел дә уттың таралыуына булышлыҡ итә. Ике кеше һәләк булған. Көньяҡ Австалияла стихия кәм тигәндә 12 йортто юҡ иткән. 10 янғын усағын һаман ауыҙлыҡлай алмайҙар.
“Был ҡот осҡос. Ошо хәлдәр беҙҙең территорияла булғанға бик ҡайғырам,- ти янғын хеҙмәте капитаны.-Хәлдәр бер ҙә өмөтлө түгел, нисек көрәшергә лә белмәйбеҙ.”
Виктория штатында 35 янғын усағы менән көрәшәләр. Шуларҙың иң ҡурҡынысы Грэмпиан милли паркында- бында 50 мең гектар урман янып бөткән.
Фермер хужалыҡтарына ҙур зыян килгән- урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, меңдәрсә һарыҡ үлгән. Ялҡын 16 йортто юҡ иткән. Макс Грин һөйләй:
“Янғындар беҙҙе урап үтер, тип уйлағайныҡ. Тәүҙә шулай булды ла- янғын беҙҙе урап үтте, ә аҙаҡ ҡапыл кире әйләнеп килде һәм бөтә көсө менән беҙгә ташланды.”
Йөҙҙәрсә кеше йорттарын ташлап китергә мәжбүр булды, уларҙы ваҡытлыса эвакуация үҙәгендә урынлаштырҙылар. Виктория штатында хәлдәр шул ҡәҙәр ҡурҡыныс, урындағы халыҡ, ҡоттары осоп, 2009 йылды иҫләй. Ул саҡтағы урман янғындары арҡаһында 173 кеше һәләк булды, 2 меңдән ашыу йорт янып бөттө.


Комментариев нет:

Отправить комментарий