воскресенье, 19 января 2014 г.

ҮАР: БМО балаларҙы һуғышта ҡатнашыуҙан ҡотҡара.


Үҙәк Африка республикаһында ҡан ҡойош дауам итә. БМО илдәге геноцид  ҡурҡынысы тураһында иҫкәртә.

Ошо көндәрҙә Бангилағы БМО Балалар фонды вәкилдәре боевиктар менән 23 үҫмерҙе азат итеү хаҡында килешә алды, араларында ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашҡан 6 ҡыҙ ҙа бар. Фонд мәғлүмәттәре буйынса, Үҙәк Африка республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә 6 000 бала ҡатнаша.

“Ул балаларҙың ҡайһы берҙәре боевиктар менән бер йыл булған, ҡайһы берҙәре- ике йыл, ҡайһылары- бер нисә ай. Балаларҙы ата-әсәләренән алғандар. Фонд хеҙмәткәрҙәре уларҙы ғаиләләренә ҡайтарырға тырышасаҡ.”


Африка һәм француз тыныслыҡ һаҡлау көстәренә Руанданан 800 хәрби хеҙмәткәр ҡушылған. Ваҡытлы Милли күсеш советы президент һайлауҙарына әҙерләнә- хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә власҡа килгән Мишель Джотодиа отставкаға киткән. Тауыш биреү дүшәмбе буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий