воскресенье, 5 января 2014 г.

Нью-Йоркта, ҡар күп яуыуы арҡаһында, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.


АҠШ-тың төньяҡ-көнсығышында ҡарҙың бик күп яуыуы тәбиғәт ҡазаһы рәүешен алды. Массачусетс штатын ғына алайыҡ. Бостон биҫтәләрендә, яуған ҡарҙар иреп, йөҙҙәрсә йортто тәүҙә һыу баҫты, аҙаҡ һыуытып ебәреп туңдыhҙы. Яңы Англияны һауа торошо артабан да ҡыуандырмаясаҡ: синоптиктар әйтеүенсә,  бында 30 сантиметр ҡалынлығындағы ҡар яуыуы ихтимал һәм ыҙғар ел булыр, тип көтәләр.
Нью-Йоркта, ҡар күп яуыуы арҡаһында, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән- һәр ерҙә көрт, трассалар ябыҡ, тимер юл бәйләнеше туҡталған. Ҡала мэры Билл ди Блазио ньюйорклыларҙы мөмкин ҡәҙәр урамдарға сыҡмаҫҡа, өйҙә ҡалырға саҡырҙы. Властар артыҡ мөһим эштәр менән шөғөлләнәмәгән клерктарға хеҙмәт урындарына сыҡмаҫҡа рөхсәт итте. Хатта БМО штаб-фатирында ла эштәр өлөшләтә туҡталып тора.

АҠШ-тың төньяҡ-көнсығышындағы иң ҙур аэропортта 2 меңдән ашыу рейс кисектерелгән, шуларҙың 500-ө Чикаголағы О‘Хара аэропортына тура килә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий