воскресенье, 5 января 2014 г.

Антарктика: Рәсәй карабына ярҙамға Америка боҙватҡысы ашыға.


АҠШ властары Антарктида ярҙарына ауыр “Полар Cтар”боҙватҡысын ебәрҙе, ул боҙҙар әсирлегендә ҡалған Рәсәйҙең “Академик Шокальский” карабын һәм Ҡытайҙың  “Сюлонг” боҙватҡысын азат итергә тейеш, тип хәбәр итә “Интерфакс”.
“Полар стар” Австралияның Сидней ҡалаһынан сыҡҡан һәм бер аҙнанан килеп етергә тейеш. Караптарҙы азат итеү операцияһы 2-3 көн ваҡытты аласаҡ. Америка боҙватҡысы 6 метр ҡалынлығындағы боҙҙар аша үтә ала, ә инде 2 метр ҡалынлығындағы боҙҙар аша ул сәғәтенә 5,5 километр тиҙлек менән бара ала.

“Академик Шокальский” Антарктика боҙҙары араһында 24 декабрҙә ҡамауҙа ҡалды. Уға ярҙамға ебәрелгән өс карап ҡалын боҙҙар аша үтә алманы. Шуларҙың береһе- ҡытайҙарҙың “Сюлонг” боҙватҡысы үҙе әсир булып ҡуйҙы.


Кесаҙна Рәсәй карабынан Австралия-Яңы Зеландия антарктик экспедиция ағзалары вертолетта эвакуацияланды, ә 22 кешенән торған Рәсәй экипажы һаман да карап бортында.

Комментариев нет:

Отправить комментарий