понедельник, 6 января 2014 г.

Сүриә боевиктары ҡулына эләккән төрөк журналисы азат ителгән.


Ноябрь аҙағында Сүриә экстремистары ҡулына эләккән Төркиәнең “Милләт” гәзите фотохәбәрсеһе Бүньәмин Айғун азат ителгән һәм оҙаҡламай өйөнә ҡайтасаҡ. Был хаҡта Төркиәнең киң мәғлүмәт саралары хәбәр итте.

Йәкшәмбе йөҙҙәрсә төрөк журналисы коллегаларын урлауға ҡаршылыҡ йөҙөнән Стамбул үҙәгендә йыйылды. Манифестацияла ҡатнашыусылар төрөк властарын Айғунды һәм Сүриәлә тотҡонлоҡта булған башҡа журналистарҙы азат итеүгә ярҙам күрһәтергә саҡырҙы.

Журналистарҙы яҡлау комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Сүриә ике йыл рәттән киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн иң хәүефле ил булып һанала. Уҙған йыл унда 28 репортер һәләк булды.



Комментариев нет:

Отправить комментарий