понедельник, 6 января 2014 г.

Англия: ҡая дауылға сыҙаманы.


Бөйөк Британия властары ошо көндәрҙә диңгеҙ ярынан йырағыраҡ йөрөргә саҡыра.
Англияның көньяғындағы Көнсығыш Суссекс графлығында төшөрөлгән һәүәҫкәр видеояҙма кешеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда ҡаяның ҙур өлөшө емерелеп төшөүе һүрәтләнә. Көслө тулҡындар бер нисә көн буйы яр буйҙары һыҙатын арыу ғына таушалдырған.
Ҡойма ямғырҙар, үҙе менән хаос һәм емереклектәр алып килгән дауыллы ел Раштыуа штормынан баш-күҙ алып та өлгөрмәгән Көнбайыш Европаға йәнә һөжүм итте. Бөйөк Британияла ел тиҙлеге ҡайһы саҡ сәғәтенә 100 километрҙан ашып китте. Киң территорияларҙы, йөҙҙәрсә йортто һыу баҫты. Ҡайһы бер ауылдар тулыһынса эвакуацияланды. Бер нисә кеше хәбәрһеҙ юғалған.
Ирландияла ла шундай уҡ хәл. Лехинч ауылында тулҡындар өлөшләтә нығытылған ярҙы емергән.

Синоптиктар, ҡойма ямғырҙар дүшәмбегә ҡәҙәр дауам итәсәк, тип киҫәтә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий