понедельник, 6 января 2014 г.

Гольфстрим Төньяҡ Американан һыуыҡты ебәрмәй.


АҠШ-тың Көнсығыш яр буйҙарындағы бығаса күрелмәгән һалҡындар йылылыҡ менән алмашынды, әммә Нью-Йорк һәм Нью-Джерси халҡын ул артыҡ шатландырманы, сөнки ҡар урынына бында хәҙер һалҡын ямғыр яуа.
Һауа торошоноң үҙгәреүе, өс мең рейсты кисектергәндән һуң, ҙур аэропорттар эшен ҡайтанан тергеҙергә мөмкинлек бирҙе.
Иллинойс һәм Индианала элеккесә арктик циклон ҡоторона. Властар ҡарҙан бигерәк һауа температураһының ныҡ түбәнәйеүенән хәүефләнә, бында ул ҡайһы саҡ –30°C.
Кәм тигәндә, 13 кеше ҡаты һалҡындар ҡорбаны булған.
Грег Баллард, Индианаполис мэры:
“Әлеге ише һауа шарттарын- ҡар һәм һалҡындарҙы-беҙ күп тиҫтә йылдар күрмәнек. Һалҡындар мине үтә лә хәүефләндерә, улар кеше ғүмере өсөн ҡурҡыныс, беҙгә уғата һаҡ булырға кәрәк.”
Метеорологтар, бындай хәлдәргә Гольфстрим ғәйепле, тип иҫәпләй. Бер нисә йыл элек үлеү өҫтөндә тип иҫәпләнгән океан ағымы теп-тере, хатта норманан бер нисә градусҡа йылыраҡ.
Хәҙер ул Төньяҡ Америка континетынан һалҡынды сығармай, арктик циклон Флоридаға ҡәҙәр барып етәсәк, тип көтәләр.
Канада халҡы түбән температураларға нығыраҡ күнеккән, тик унда ла хәлдәр шәптән түгел- ҡар ифрат күп яуа, ҡайһы бер райондарҙа уның ҡалынлығы 38 сантиметрға етә, өҫтәүенә көслө ел иҫә- секундына 30 метр. Һөҙөмтәлә меңдәрсә йорт утһыҙ ултыра.


Комментариев нет:

Отправить комментарий