понедельник, 6 января 2014 г.

Япония: киттарға һунар бара.


Австралия “Диңгеҙ фаунаһын яҡлау йәмғиәте”нең әүҙем ағзалары, үҙҙәре раҫлауынса, Яңы Зеландия территорияһы һыуҙарында экипажы 4 китты үлтергән япон караптарын эҙәрлекләй. Кит аулау кәсебенә ҡаршы сығыусылар япон карабы палубаһында үле киттарҙы һүрәтләгән видеояҙмаларҙы таратты. Токио киттарҙы ғилми маҡсаттарҙан сығып аулауы хаҡында белдерә. “Диңгеҙ фаунаһын яҡлау йәмғиәте” бының менән килешмәй. Ойошма вәкиле Боб Браун һөйләй:
“Японияның киттарҙы ғилми маҡсаттар өсөн аулауы хаҡындағы белдереүҙәре ялған. 24 сәғәт эсендә булған үлтереш кадрҙарын ғына ҡарағыҙ. Бер ниндәй ҙә ғилми эш күренмәй бында. Был -киттарҙы туранан-тура үлтереү, уларҙың итен Японияға оҙатыу йыйыналар.”

Японияны кит аулау кәсебенә ҡаршы сығыусылар был программаны туҡтатырға саҡыра. Токио раҫлауынса, Халыҡ-ара кит аулау комиссияһы ҡағиҙәләрендә ғилми маҡсаттарҙа кит аулау рөхсәт ителә, ә тикшереүҙәр тамамланғас, киттарҙың ите  тулыһынса утилләштерелә. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий