понедельник, 6 января 2014 г.

Балаларын мәктәпкә оҙатыу өсөн, Ходорковский Швейцарияға килде.


ЮКОС-тың элекке башлығы Михаил Ходорковский Берлиндан  ҡатыны һәм ике улы йәшәгән Швейцарияға килде- каникулдар тамамланды һәм балаларына мәктәпкә барырға ваҡыт.
Ходорковский поездан Базелдә ҡулына бәйләнгән килеш төштө. Швейцария киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, Германияла уға операция яһағандар. Урындағы баҫмалар тағы шуны хәбәр итә: Ходорковскийҙың ҡатыны һәм ике улы Монтре ҡаласығы янында йәшәй. Уға иһә Швейцария властары өс айлыҡ виза биргән.
Поезда Рәсәйҙең элекке иң бай кешеһе SPF телеканалы хәбәрсеһе һорауҙарына яуап биргән һәм сит илдән тороп Рәсәйҙә нахаҡҡа хөкөм ителгәндәрҙең хоҡуҡтары өсөн көрәшәсәген раҫлаған. “Төрмәләрҙә сәйәси тотҡондар булыуын белә тороп, тыныс йәшәү мөмкин түгел,”-тип белдергән ул.

“Ул үҙенең идеялары менән яңы граждандар йәмғиәтен яҡлар, тип уйлайым, бәлки, сит илдән финанс ярҙамы күрһәтер,-тип, әңгәмәнән һуң үҙ тәьҫораттары менән бүлеште SRF журналисы.-Тик шәхсән үҙе Рәсәйҙең сәйәси тормошонда ҡатнашмаҫ күрәһең.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий