вторник, 7 января 2014 г.

Африка мигранттары Израилдән ҡасаҡ статусын биреүҙе талап итә.


Тель-Авив үҙәгендә Африканың меңдәрсә мигранты үҙҙәрен ҡасаҡ итеп танырға теләмәгән Израиль сәйәсәтенә ҡаршы сыға.
Акция өс көнгә иҫәпләнгән. Манифестацияла ҡатнашыусылар, ҡасаҡ статусын биреү эшендә  йәһүд дәүләте властарына баҫым яһауҙы һорап, сит ил дипмиссияларына һәм БМО-ның ҡасаҡтар эше идаралығына мөрәжәғәт итергә ниәтләй.
“Беҙ һуғыштан ҡастыҡ, беҙ геноцидтан ҡотолоп ҡалдыҡ, беҙ- ҡасаҡтар. Израиль хөкүмәте беҙгә ҡасаҡ статусын бирергә һәм беҙҙең хоҡуҡтарҙы танырға тейеш, шул иҫәптән эшкә, социаль хеҙмәттәргә, түләүҙәргә хоҡуғыбыҙҙы ла. Илдәребеҙҙә хәлдәр үҙгәргәнсе, беҙ бында йәшәйәсәкбеҙ.”
Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы илдән оҙатыу өсөн, Израиль етди саралар күрә- уларҙы легаль булмаған иммигранттар өсөн ойошторолған махсус лагерҙарға урынлаштыралар, эшкә алыу контроле көсәйтелгән, мигранттарға тыуған илдәренә аҡса ебәреү рөхсәт ителмәй.
Израилдең стратегик планлаштырыу министры Ювал Штайниц былай ти:
“Эш эҙләп килгән был кешеләрҙең күбеһе сикте законһыҙ үткән. Ә беҙ бөтәһен дә контроль аҫтында тоторға теләйбеҙ, беҙ уларҙы үҙ илдәренә кире ҡайтыуға дәртләндерергә тырышабыҙ- мәжбүр итмәйбеҙ, күп өлөшө илдән китһен өсөн, дәртләндерәбеҙ.”
Израиль властары легаль булмаған иммиграция илдең йәһүд дәүләте булараҡ статусына янай, тип иҫәпләй- Израилдә хәҙер Африканан 50 мең самаһы иммигрант (улар күбеһенсә Эритрея һәм Судандан).


Комментариев нет:

Отправить комментарий