Францияның
төньяғындағы Амьен ҡалаһының Goodyear заводы эшселәре үтә тәүәккәл аҙым яһаған-
дүшәмбе иртән улар предприятиеның ике етәксеһен аманат итеп алған. Автомобиль шиналары
етештереү заводы ябылыу ҡурҡынысы алдында тора, был иһә 1200 кеше эшһеҙ ҡаласаҡ
тигән һүҙ. Профсоюз вәкилдәре үҙҙәренең был аҙымы менән властарҙың иғтибарын
йәлеп итергә теләй.
“Уларҙы көсләп тоторға
кәрәк тип уйламайым, әммә беҙгә нимә эшләргә һуң?-ти эшселәрҙең береһе.-Беҙ,
сәйәсмәндәр килеп, улар менән һөйләшеүҙәр башлар, тип көтәбеҙ.”
Бында тиҫтәләрсә йыл хеҙмәт иткән эшселәр эштән киткәндә түләнә торған пособиены арттырыуҙы талап итә: “Пикардияла
эш юҡ, бер нәмә лә табып булмай. Күпмелер ваҡыт йәшәү өсөн, беҙгә аҡса кәрәк.
Һәм бына шунда алыш башлана ла инде.”
Эшселәр түрәләрен
бинала төнө буйы тоторға, иртән һөйләшеүҙәр башларға уйлай. Хеҙмәт коллективы
һәм етәкселек араһында конфликт бер йыл элек, компания заводты ябырға ҡарар
иткәс башланған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий