понедельник, 27 января 2014 г.

Францияла “Асыу көнө.”


“Француздар асыулы,” “Олландты отставкаға”-ошондай лозунгылар аҫтында йәкшәмбе көн Парижда хөкүмәткә ҡаршы быйылғы йылдағы тәүге ҡаршылыҡ акцияһы үтте. Унда ҡатнашыусыларҙың составы бер төрлө түгел: француздарҙың баш ҡалаһы урамдарына католиктар, эшһеҙҙәр, бер енесле никахтарға ҡаршылар, социалистарҙың ҡаҙна сәйәсәте менән ризаһыҙҙар һәм хатта француз комигы Дьедонне (антисемитлыҡта ғәйепләп, властар уның сығыштарын тыйғайны) ижадын хөрмәтләүселәр ҙә сыҡҡан.
Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар һөйләй:
-Мин Олландтан, уның хөкүмәтенән, уның компетентһыҙлығынан, илдә эшләгән уларҙың йүләрлектәренән туйҙым.
-Улар, уйлап-ҡарап тормай, бөтә нәмәгә һалым һала, түләүҙәрҙе арттыра. Мин ғарыҡ булдым, быны туҡтатырға кәрәк.
-Ҡабул ителгән, тикшереү өҫтөндәге бөтә закондары мине туйҙырҙы. Улар ғаиләне инҡар итә, уны юҡҡа сығарырға тырыша. Хөкүмәттең беҙҙе ишетергә лә телмәүе асыуҙы ҡабарта.
Һуңғы социологик һорашыуҙар буйынса, 10 француздың 6-һы Франсуа Олланд сәйәсәте менән ҡәнәғәт түгел. 2012 йылдың майындағы һайлауҙарҙа граждандарҙың 56 проценты уны яҡлап сыҡҡайны, бөгөн улар 22% ҡына ҡалған- Бишенсе республика тарихында популярлыҡтың иң түбән рейтингы был.


Комментариев нет:

Отправить комментарий