понедельник, 27 января 2014 г.

Италия: легаль булмаған иммигранттар ҡаршылыҡ йөҙөнән ауыҙҙарын теккән.


Рим янындағы иммиграцион үҙәктә Марокконан легаль булмаған 13 иммигрант лагерҙа оҙаҡ тотоуҙарына  ҡаршылыҡ йөҙөнән  ауыҙҙарын теккән. Закон буйынса уларҙың яҙмышын 45 көн эсендә хәл итергә тейештәр. Ысынында иһә күптәре бында бер нисә ай йәшәй, ҡайһылары- йылдан ашыу. 13 кешенең етәүһе ошо рәүешле уҙған йылдың декабрендә лә ҡаршылыҡтарын белдергәйне, тик был бушҡа ғына булған.
“Улар йоҡлай алмауҙары, үҙҙәрен насар тойоуы хаҡында һөйләй; улар бер ниндәй ҙә енәйәт эшләмәгән, шуға күрә ни өсөн асыуланыуҙарын аңлай алмайҙар. Властар яҙма рәүештә уларҙың яҙмышын хәл итмәй тороп, улар акцияны туҡтатмаясаҡ.”

Легаль булмаған иммигранттар үҙәктәге йәшәү шарттарына ла зарлана. Италия властары белдереүенсә, мәсьәләне тиҙ генә хәл итеп булмаясаҡ, сөнки  үткән йыл Италияға килеүсе мигранттар һаны унан алдағы йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға артҡан.

Комментариев нет:

Отправка комментария