четверг, 2 января 2014 г.

Панама каналын реконструкциялау өсөн аҡса етмәй.


2007 йылда башланған Панама каналын реконструкциялау эштәре сығымдарҙың төҙөлгән сметанан артып китеүе арҡаһында туҡтатылыуы ихтимал.
Испания, Италия, Бельгия һәм Панама компаниялары ингән консорциум контракт суммаһын 1,5 миллион долларға арттырыу яғында. Әгәр Панама каналы администрацияһы бюджетты арттырыу мәсьәләһен хәл итмәһә, консорциум өс аҙна эсендә бөтә эштәрҙе лә туҡтатасаҡ.

Панама каналы аша донъялағы сауҙа йөктәренең 4 проценты, АҠШ сауҙа йөктәренең 16 проценты үтә.


Канал администрацияһы башлығы Хорхе Кихано килешелгән контракт шарттарының үтәлеүен талап итә, сметаны ҡайтанан ҡарау хаҡында ишетергә лә теләмәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий