пятница, 3 января 2014 г.

Грецияла коррупция ғауғаһы.


Ришүәт алыуы өсөн ҡулға алынған Грецияның элекке оборона министрлығы хеҙмәткәре Антонис Кантас  7 миллион евроны дәүләт ҡаҙнаһына кире ҡайтарған. Бынан алда Кантас сит ил граждандарынан һәм компанияларынан 16 миллион евро күләмендә ҡиммәтле һәм аҡсалата бүләктәр алыуын таныған. Кантастың адвокаттары белдереүенсә, ҡалған сумманы дәүләткә ҡайтарыу өсөн барыһы ла эшләнә.
1997 йылдан 2002 йылға ҡәҙәр Кантас Грецияның Ҡоралланыу департаменты начальнигы урынбаҫары посын биләй.
Антонис Кантас 18 декабрҙән алып һаҡ аҫтында. Тикшереү барышында Кантас  финанс махинацияларына һәм коррупция эшмәкәрлегенә ҡыҫылышы булған Греция оборона ведомствоһының башҡа хеҙмәткәрҙәренең исемдәрен дә атаған.
Кантас үҙе, хәбәр итеүҙәренсә, илдең оборона министрлығын немецтарҙың һыу аҫты кәмәләрен, самолеттарын һәм танкыларын, шулай уҡ шведтарҙың “Артур” радар системаһын һатып алырға күндергән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий