пятница, 3 января 2014 г.

Торонтоның ғауғасыл мэры йәнә һайлауҙарға әҙерләнә.


Канадалағы Торонто ҡалаһының ғауғалары менән билдәле мэры Роб Форд йәнә һайлауҙарҙа ҡатнашырға ниәтләй. Кесе йома иртән ул рәсми рәүештә октябрҙә буласаҡ ҡала советы башлығы һайлауҙарына кандидат булып теркәлде.
Еңел наркотиктар менән мауыҡҡан сәйәсмәнде, ғауға тыуҙырған ҡыланыштары өсөн, үҙ вәкәләттәренең бер өлөшөнән мәхрүм ителеүе лә туҡтатмаған.
“Барыһы хаҡында ла күрһәткән хеҙмәттәрем һөйләй,- тип белдерҙе Форд.-Төньяҡ Американың бөтә ҡалаларына ҡарағанда, беҙҙәге һалымдар иң түбәне. Беҙ бик күп эш урындары булдырҙыҡ. Ҡала үҫә, беҙ метро төҙөйбөҙ. Ошоғаса күптәр хәл итмәгән мәсьәләләрҙе мин хәл иттем.”

Роб Форд Торонто мэрияһына 2012 йылда етәкселек итә башлай һәм тәүҙә абруйы юғары була. Уның наркотиктар тартыуын һүрәтләгән, бер енесле бәләнештәргә кире ҡарашын (Көнбайышта иһә был ҙур ғәйеп һанала) сағылдырған видеояҙма яманатын тарата.

Комментариев нет:

Отправить комментарий