КАР-ҙың платина шахталарында забастовка. Унда
тиҫтәләрсә мең таусы ҡатнаша. Стачканы шахтерҙар һәм төҙөлөш эшселәре профсоюзы
иғлан итте. Хеҙмәтсәндәр хеҙмәт хаҡының база өлөшөн 12 мең 500 рандҡа ҡәҙәр
күтәреүҙе талап итә- был 1250 доллар. Эш биреүселәр талап реаль түгел, тип
иҫәпләй һәм хеҙмәт хаҡын 8 процентҡа арттырырға тәҡдим итә.
“Уларҙың әйтеүенсә, забастовка илдең иҡтисадына кире
йоғонто яһай, әммә эшселәрҙең үҙҙәренең талабы бар. Таусылар ер аҫтында эшләй, ауыр
физик хеҙмәт менән мәшғүл. Улар мохтажлыҡ кисерә.”
2012 йылдағы забастовкала көс ҡулланыуҙар булды,
полиция 34 таусыны атты. Тәфтиш эше әле һаман дауам итә. Профсоюз был юлы
забастовка тыныс үтәсәк, тип вәғәҙә итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий