пятница, 24 января 2014 г.

Һиндостан: ҡыҙҙы күмәкләп мыҫҡыл итеү менән язалағандар.


20 йәшлек һинд ҡыҙын ырыу “аҡһаҡалы” фарманы буйынса күмәкләп көсләгәндәр- ошо рәүешле уға икенсе ырыуҙан булған ир менән яҡын мөнәсәбәттәре өсөн яза биргәндәр.
Ике көндән һуң, ҡыҙҙы бик ауыр хәлдә хәстәханаға килтергәндәр, ул полицияға ғариза яҙған. Көнбайыш Бенгалия штаты тәртип һағында тороусылар кисекмәҫтән көсләүҙә шик аҫтында булған 12 кешене һәм фарман биргән ырыу башлығын ҡулға алған.
Ҡатын-ҡыҙҙар үткән йыл илдең баш ҡалаһы Нью-Делиҙа һәм башҡа урындарҙа ҙур шау-шыу тыуҙырған һөжүм ҡорбаны булғандан һуң, Һиндостан властары көсләүҙәргә ҡаршы ҡануниәтте ҡатыландырҙы.
Милли ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуғын яҡлау комиссияһы ағзаһы фекере буйынса, башҡарылған эштәр барыбер етерлек түгел:
“Көсләү хаҡында фарман бирергә берәүҙең дә хоҡуғы юҡ. Был сиктән ашҡан законһыҙлыҡ, енәйәтселәр язаға тарттырылырға тейеш. Хөкөм эше ҡорбандарҙы яҡларға тейеш.”
“Беҙҙең илдә ҡот осҡос нәмәләр булып тора,-ти төп оппозиция көстәре башлығы.-Енси көсләүҙәргә ҡаршы закон үҙ көсөнә инеп, кешеләрҙә ҡурҡыу барлыҡҡа килмәй тороп, бындай хәлдәр артабан да дауам итәсәк.”
16 йәшлек ҡыҙ, енси көсләүгә дусар булып булып, ялыу биргәндән һуң тереләй яндырылғас, ғинуар башында Калькуттала сираттағы ҡаршылыҡ акцияһы үтте.
Әлегә, хөкүмәт күргән сараларға ҡарамаҫтан, патриархаль Һиндостан йәмәғәтселегендә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙар, уларҙың хоҡуҡтарын сикләү уғата юғары булып ҡала.


Комментариев нет:

Отправить комментарий