пятница, 24 января 2014 г.

Украина эске эштәр министрлығы ғауғалы видеороликта ҡатнашыусыларға ҡарата тикшереү үткәрәсәк.


Кесаҙна Youtube сайтында Киев үҙәгендә “Бөркөт” боецтарының яланғас ирҙе мыҫҡыллауын һүрәтләүсе видеоролигы донъя күрҙе. Украина киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, һыуыҡта яланғас килеш торған йәш кеше- Майҙан активисы, 4-се үҙоборона казак сотняһы доброволецы Михаил Гаврилюк.
Украина эске эштәр министрлығы ғәфү үтенде, ведомство башлығы Виталий Захарченко эште асыҡларға, ғауғалы роликта ҡатнашыусыларҙың эшенә хоҡуҡи баһа бирергә ҡушты.
Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар именлек көстәре хеҙмәткәрҙәренең митингыла ҡатнашыусыларға ҡарата күп һанлы көс ҡулланыуҙары хаҡында һөйләй. Майҙандың медицина хеҙмәте һәләк булған 5 активист тураһында белдерә.
Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, күмәк сыуалыштар һөҙөмтәһендә 270 көс структураһы хеҙмәткәре медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән, уларҙың 100-ҙән ашыуы хәстәханаға һалынған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий