среда, 29 января 2014 г.

Төркиә Үҙәк банкы аҫҡа тәгәрәгән лираны туҡтатырға маташа.


Төркиә Үҙәк банкы ашығыс осрашыуҙа кредиттар буйынса процент ставкаларын ҡырҡа күтәрҙе, 12 процентҡа күтәрелгән осраҡтар ҙа булды.
Был ҙур тиҙлек менән түбәнәйә барған урындағы валютаны тотороҡландырыу өсөн эшләнде- һуңғы айҙа лира 15 процентын юғалтты. Аҙна башында лираның долларға ҡарата курсы тарихи рекорд ҡуйҙы.
Үҙәк банк, инфляцияны ауыҙлыҡлар өсөн, өҫтәмә саралар ҡулланыу ихтималлығын да инҡар итмәй.
Төркиәләге финанс проблемаларының төп сәбәбе- уҙған йыл аҙағында башланып киткән шаулы коррупция ғауғаһы.
Бюджет менән үҙенең дә проблемалары булған АҠШ-тың финанс дәртләндереүҙәрен кәметеүе лә быға һиҙелерлек йоғонто яһаны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий