среда, 29 января 2014 г.

Ҡытайҙа ҡош киҙеүенән 20 кеше үләгән, 100 кеше ауырыу йоҡторған.


Ҡытайҙа ҡош киҙеүе ҡоторона. Вирус 20 кешенең ғүмерен ҡыйған, 100 самаһы ауырыу йоҡторған. Шул уҡ ваҡытта, Дәүләт комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлегендә белдереүҙәренсә, киҙеүҙең таралыуы икеле, сөнки вирустың кешенән-кешегә йоғоуына дәлилдәр юҡ. Микробиологтар иһә улай уҡ ҡәтғи түгел: вирустың үҙен нисек күрһәтәсәге аныҡ билдәле түгел, ғөмүмән, штамм мутацияға дусар булыуы ла ихтимал.
Яңы йылдың яҡынлашыуы, ҡытайҙарҙың шығрым тулы поезд, автобустарҙа байрам итергә туғандарына юлланыуы ла хәлдәрҙе ҡатмарландыра.
“Ул йоғошло. Ошо ҡош итен әҙерәк ашаһам бит инде. Бик ҡурҡыныс, бигерәк тә Яңы йыл алдынан. Вирус уйын түгел, ул кешеләрҙе үлтерә,-”ти Гоконгта йәшәүсе ҡатын.
Өҫтәүенә, тауыҡ һурпаһы, билмәндәр- ҡытайҙарҙың традицион Яңы йыл ашамлығы.
Инфекцияның таралып китеүенән һаҡланыу өсөн, властар баҙарҙарҙы япты. Шишәмбе көн Гонконгта, бракка сығарып, 20 мең ҡош-ҡортто, күбеһенсә тауыҡтарҙы юҡ иттеләр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий