четверг, 30 января 2014 г.

Мысыр: “Әл-Джазира” журналистарын терроризм өсөн хөкөм итәләр.


“Әл-Джазира” телеканалының 20 журналисы, террористарға булышлыҡ итеүҙә ғәйепләнеп, Мысыр суды алдына барып баҫасаҡ. Улар араһында 4 сит ил кешеһе- Австралия, Нидерландтар, Бөйөк Британия граждандары бар, ҡалғандары- мысырлылар.
Мысыр прокуратураһы Катар телеканалы хеҙмәткәрҙәрен “Мосолман туғандар”хәрәкәтенең террористарын яҡлауҙа һәм милли именлеккә хәүеф тыуҙырыусы дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратыуҙа ғәйепләй.
“Әл-Джазира”ның Ҡаһирә офисы уҙған йылдың йәйендә хәрби түңкәрелештән һуң бер нисә көн үткәс үк ябылды.


Халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары журналистарҙы ҡулға алыуҙы ғәйепләп сыҡты. Телеканал етәкселеге иһә үҙ хеҙмәткәрҙәрен кисекмәҫтән азат итеүҙе талап итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий