пятница, 31 января 2014 г.

АҠШ көньяғында Арктика һулышы.


АҠШ-тың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығышындағы байтаҡ штат властары, һауа торошоноң хөртәйеүе сәбәпле, ғәҙәттән тыш хәл индерелеүе хаҡында иғлан итте. Бығаса күрелмәгән һалҡындар, ҡар-бурандар һәм боҙло ямғыр Джорджия, Алабама, Миссисипи, Луизиана, Төньяҡ һәм Көньяҡ Каролинаға ябырылды.
Алабама һәм Джорджияла хәлдәр айырыуса ҡатмарлы- трассаларҙа юл хәрәкәте туҡталыу арҡаһында, 5 меңдән ашыу уҡыусы бала төндө уҡыу йорттарында үткәрергә мәжбүр булды.
Әлеге мәлдә был ике штат юлдарында хәлдәр арыуланманы, ҡайһы бер автомобиль хужалары тәүлек буйы тығындарҙа тора. Бер Джорджияла ғына кистән алып шишәмбе иртәһенә ҡәҙәр мең самаһы юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, бер кеше һәләк булған, 100-ҙән ашыуы зыян күргән.
Урындағы ҡотҡарыусыларға һәм полицияға Милли гвардия һалдаттары ярҙам итә.

Яңы Орлеанда мәктәптәр һәм дәүләт учреждениелары ябылған. Майями аэропортында тиҫтәләрсә рейс туҡтатылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий