пятница, 31 января 2014 г.

Вашингтон Сүриәнең химик ҡорал сығарыу графигынан тайпылыуына ризаһыҙлыҡ белдерә.


Вашингтон Сүриә хөкүмәтенең химик ҡоралды халыҡ-ара контроль ҡарамағына тапшырыу графигынан һуңға ҡалыуына риза түгел- был турала Варшавала кесаҙна көн Пентагон башлығы Чак Хейгел белдерҙе.
Ул, килешеү шарттарын үтәһен өсөн, Дәмәшккә йоғонто яһауҙы һорап, Рәсәй партнерҙарына мөрәжәғәт итеүе хаҡында әйтте.
“Ҡушма Штаттарҙы Сүриә хөкүмәтенең килешелгән графикка ярашлы химик ҡорал өсөн прекурсорҙарҙы сығарыуҙы һуңлатыуы борсой,”-тине Польшаға визит менән килгән Хейгел.
Аҡ йорт вәкиле Джей Карни ҙа АҠШ властарының Дәмәшкте Сүриә территорияһынан химик ҡорал сығарыуҙы әүҙемләштерергә саҡырыуы хаҡында белдерҙе.
Бынан алда Сүриә химик ҡоралдарының 5 проценттан кәмерәк өлөшө, артабан юҡ итергә ебәреү өсөн, Латакия портына килтерелеүе тураһында хәбәрҙәр күренгәйне.
2013 йылдың сентябрь уртаһында РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров һәм АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керри Сүриәнән химик ҡоралды сығарыу һәм юҡ итеү тәртибе тураһында килеште. Бынан һуң планды тормошҡа ашырыуға яуап бирергә тейешле БМО һәм Химик ҡоралды тыйыу ойошмаһының берләштерелгән миссияһы төҙөлдө.
Раҫланған планға ярашлы, 20 тонна гәрсис газын үҙ эсенә алған приоритетлы химик матдәләр 2014 йылдың 31 мартына ҡәҙәр сығарылырға тейеш, ә 2014 йылдың июнь аҙағына Сүриә химик ҡоралы тулыһынса юҡ ителергә тейеш.




Комментариев нет:

Отправить комментарий