пятница, 31 января 2014 г.

Круиз лайнеры бортында киҙеү.


Кариб диңгеҙе буйлап йөҙгән круиз лайнеры, 700-гә яҡын пассажиры һәм экипаж ағзалары билдәһеҙ инфекцион ауырыу йоҡтороп, Нью-Джерси штатындағы Бейонн портына кире ҡайтырға мәжбүр булған. Royal Caribbean судноһының хужа-компанияһы вәкилдәре белдереүенсә, ауырыуҙар ашҡаҙандары ауыртып, ҡоҫоп яфаланған.
“Мин аҫҡа төшөтөм һәм медицина үҙәге тирәһендә бик күп кешене күрҙем,-тип һөйләй пассажир.-Улар унда сәғәттәр буйы торҙо. Иртән төшкәндә, өс йөҙләп кеше тора ине, төштән һуң да шул уҡ күренеш.”
“Хәлдәр шәптән булмаһа ла, Royal Caribbean хеҙмәткәрҙәре, беҙҙе кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин итеү өсөн, бөтә көсөн һалды,- ти бер ҡатын.-Мәсьәләнең ҡатмарлығы шунда: сир тиҙ таралды, ауырыусылар бик күп булды, ә улар быға әҙер түгел ине.

Америка эксперттары мәғлүмәттәре буйынса, бындай етди эпидемия һуңғы 20 йыл эсендә бер круиз карабында ла булмаған. Портҡа ҡайтҡандан һуң, кораблгә дезинфекция үткәрәсәктәр, ә карантин арҡаһында бер нисә көн каюталарында ултырырға мәжбүр булған пассажирҙарға компенсация түләнәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий