Америка махсус хеҙмәттәренең
элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуден Нобель тыныслыҡ премияһына тәҡдим ителде.
Норвегия парламентарийҙары фекере буйынса, “ул ышанысты һәм асыҡлыҡты кире
ҡайтарҙы”, “уның фашлау эшмәкәрлеге донъяны яҡшыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итте.”
2013 йылда Сноуден
журналистарға Америка махсус хеҙмәттәренең Интернет менән ҡулланыусылар артынан
күҙәтергә мөмкинлек биреүсе йәшерен программаһы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе бирҙе.
АҠШ Сноуденды дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләне, әммә ул ил территорияһынан
китеп өлгөрҙө һәм әлеге мәлдә Рәсәйҙә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий