Рәсәйлеләрҙең был
донъянан күпләп иртә китеүе хәмерҙе, тәүге нәүбәттә араҡыны самаһыҙ ҡулланыуға
бәйләнгән- “Ланцет” журналында донъя күргән 150 мең кеше менән әңгәмә үткәреүгә
нигеҙләнгән халыҡ-ара врачтар төркөмө тикшеренеүҙәре шул хаҡта һөйләй. Рәсәй
онкология милли үҙәге директоры урынбаҫары профессор Давид Заридзе һөйләй:
“Үлемдең бындай
статистикаһын бер ил дә күргәне юҡ. Хәрби шарттарҙа ғына бындай статистика
булырға мөмкин. Тыныс ваҡытта һис ҡайҙа бындай хәл булғаны юҡ. Мин быны,
әлбиттә, демографик көрсөк, тип атайым.”
Ябай рәсәйлеләр ҡаты
спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға төрлөсә ҡарай:
“Алкоголь ҡулланыуға
насар ҡарайым, әммә үлемдәрҙең төп сәбәбе бында түгел.”
“Эсәләр, күп эсәләр.
Бәлки, эш булмағанғалыр. Мин, мәҫәлән, ауылдан. Беҙҙең ауылда күптәр эсәләр. Аптырағандан
был. Ни эшләргә? Эсәбеҙ.”
Һәм һандар
хаҡында...Тикшеренеү һөҙөмтәләре шуны күрһәтә: Рәсәй ир-атының 25 проценты 55
йәшкә ҡәҙәр үлә, ни генә тимә, үлемдең күп осраҡтары хәмергә бәйле. Сағыштырыу
ҙа етә: Бөйөк Британияла был күрһәткес- 7%.
Комментариев нет:
Отправить комментарий