“Дуҫтарым, ярҙам кәрәк! Бер
ҡатын урамда туңып үлгән. Бөгөн үк кис
Францияның бөтә ҡалаларында яҡтылыҡ яҡшы төшкән урындарҙа ошо ябай ғына
һүҙҙәрҙе уҡырға мөмкин булһын: “Ыҙа күреүсе әҙәм, кем генә булһаң да, ин,
йоҡла, аша, өҙөлгән өмөтөңдө кире ялға, бында һине яраталар.”
1954 йылдың ҡышындағы
аббат Пьерҙың саҡырыуына 60 йыл үткән, ә әҙәм балалары элеккесә урамда йәшәй
һәм үлә. Ундайҙар артҡандан-арта бара.
Һүҙ йорт-ерһеҙ
асарбаҡтар хаҡында ғына бармай, көрсөк арҡаһында улай-былай әтмәләнгән
аласыҡтарҙа, автомобиль каруандарында, һыуһыҙ, һыуыҡ, емерек йорттарҙа йәшәргә
мәжбүр булғандар хаҡында ла бара.
Франция был йәһәттән Европаның
иң артта ҡалған илдәренең береһе. Факттар үҙҙәре барыһын да һөйләп тора: 2001
йылдан 2013 йылға ҡәҙәр фатирға мохтаждар 50 процентҡа артҡан- был 3,6 миллион
француз. 141 мең кеше урамда йәшәй, 2,8 миллионы һис бер уңайлыҡтары булмаған
торлаҡтарҙа.
Француздарҙың
проблемаһы ғына түгел ул. Һуңғы йылдарҙа йортһоҙҙар һаны бөтә Европала күбәйҙе,
был айырыуса көрсөккә дусар булған илдәрҙә, Лондон кеүек ҙур ҡалаларҙа һиҙелә.
Евроберләшмә халҡының
24 проценты үтә лә ярлы йәшәй. Европа балаларының 27 проценты, 65 йәштән өлкән
кешеләренең 20 проценты ауыр көн күрә. Европалыларҙың 9 проценты хәйерсе.
Күбеһенсә
ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, 25 йәшкә тиклемге йәштәр һәм сиғандар яфа сигә.
Сиғандарҙың 53 проценты йортһоҙҙар өсөн асылған приюттарҙа үҙҙәренә урын таба
алмай.
Был хәлде күп кенә Европа
илдәрендә күрергә мөмкин. Эшһеҙлек кимәле 16 проценттан артҡан Грецияла
кешеләргә үҙ фатирҙарын һаҡлап ҡалыу ҡыйынлаша бара. Йортһоҙҙар һаны һуңғы 2
йыл эсендә ҡырҡа артты. Белем кимәле бик юғары булғандар ҙа ҡайһы саҡ урамда
тороп ҡала.
Аббат Пьерҙың
саҡырыуына 60 йыл үткәс тә йортһоҙҙар хаҡында хәстәрлек күреү дәүләттең тәүге
нәүбәттәге бурысына әйләнмәгән Францияға әйләнеп ҡайтайыҡ. Франсуа Олландтың
һайлау алды вәғәҙәләренең береһе осһоҙ социаль торлаҡ төҙөү хаҡында ине. Әлегә
властар йортһоҙҙар файҙаһына буш торлаҡтарҙы конфискациялай. Был сара
бәхәсле лә, етерлек тә түгел.
Комментариев нет:
Отправить комментарий