среда, 5 февраля 2014 г.

Украина. Маршрут автобусы поезд менән бәрелешеп, 13 кеше һәләк булған.


Украинаның Сумы өлкәһендә, маршрут автобусы поезд менән бәрелешеп, 13 кеше һәләк булған һәм бишәүһе тән йәрәхәттәре алған. Хәбәр итеүҙәренсә, 5 февраль матәм көнө итеп иғлан ителәсәк.
Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һәләкәт шишәмбелә көндөң икенсе яртыһында тимер юл аша үтә торған юлда булған. Һәләк булыусылар һәм яраланыусылар- маршрутка пассажирҙары, уларҙың күбеһе урындағы ауыл мәктәбенең уҡытыусылары һәм уҡыусылары. Поезд пассажирҙары зыян күрмәгән, состав рельстан сыҡмаған. Яралылар яҡындағы хәстәханаға оҙатылған, икәүһе бик ауыр хәлдә.

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, һәләкәттә светофор сигналын иғтибарһыҙ ҡалдырған маршрут автобусы водителе ғәйепле.

Комментариев нет:

Отправить комментарий