среда, 5 февраля 2014 г.

Иран эске эштәр министры: Таһран Женева килешеүен теүәл үтәй.


Евроньюс :
Таһран һәм Көнбайыш илдәре ун йылға һуҙылған Иран тирәһендәге ядро көрсөгөнә сик ҡуйырға тейешле килешеүгә ҡул ҡуйыуға 2 ай үтте. Тик бер көн дә үтмәне, Иран һәм АҠШ ҡул ҡуйылған документтың ҡайһы бер пункттары хаҡында бәхәсләшә башланы. Беҙҙә ҡунаҡта Иран сит ил эштәре министры доктор Мөхәммәт Джауат Зариф. Доктор Зариф, килешеүҙә ниндәй кәмселек бар? АҠШ менән ни өсөн бәхәс ҡупты?
Зариф:
Беҙ килешеүҙе теүәл үтәйбеҙ һәм унан тайпылмаясаҡбыҙ. Беҙҙең ҡарашҡа, ышаныс булдырыу өсөн, был мөмкинлектән файҙаланыу мөһим.
Евроньюс:
Һәр аҙна тиерлек һеҙ артабан да ядро программаһын үҫтерәсәгегеҙ хаҡында һөйләйһегеҙ. Ә Америка иһә: “Юҡ, һеҙ быны эшләй алмайһығыҙ!”- ти. Мин Женевала һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса үткәрелгән матбуғат конференцияһында булдым һәм Һеҙ артабан да ядро программаһын үҫтерәсәгегеҙ хаҡында хәбәр иттегеҙ. Яуап итеп, Керри әфәнде һеҙгә бының рөхсәт ителмәүе тураһында әйтте.
Зариф:
Килешеү бик аныҡ. Иран ядро программаһының ҡайһы бер элементтарын артабан да үҫтерә ала, ә ҡалғандары менән, мәҫәлән, уранды 5 процентҡа ҡәҙәр генә байытыу менән, беҙ ризалаштыҡ.
Евроньюс: :
Улайһа бөтә шау-шыу эске аудиторияға ғына тәғәйенләнгәнме?
Зариф:
Мин Иран эсендә ниндәйҙер фекер тыуҙырырға тырышмайым, килешеүгә нигеҙләнеп эш итергә тырышам. Килешеү ҡаршы яҡ иҫәбенә нимәлер алыуҙы ниәт итмәй. Беҙ, 18 февралдә Венала осрашып, килешеүҙең ҡатмарлыраҡ өлөштәре өҫтөндә эш башларға булдыҡ.
Евроньюс:
 Програмағыҙҙы өлөшләтә ҡыҫҡартыуға яуап итеп, һеҙ АҠШ-та “туңдырылған” 7 миллиард доллар Иран активтарын яйлап-яйлап файҙалана аласаҡһығыҙ. Был дөрөҫмө?
Зариф:
Эйе, санкциялар йомшарҙы. Беҙ башта уҡ бының законһыҙ булыуын әйтә килдек. Ул- беҙҙең аҡсалар, үҙ аҡсаларыбыҙға юлды киҫеү өсөн, бер ниндәй ҙә легаль халыҡ-ара инструменттар юҡ. Ирандың башҡа, шулай уҡ нефть продукттарын һатыуҙан алған килемдәре лә бар. Әммә мин долларҙағы теүәл сумма хаҡында бәхәс ҡормаясаҡмын, сөнки был башы ғына, тәүге 6 айҙан һуң барыһы ла анығыраҡ билдәле буласаҡ.
Евроньюс:
Ҡыҫҡаһы, һеҙ үҙ аҡсаығыҙҙы өлөшләп алаһығыҙ, әммә ҡулаҡса менән түгел. Иранға: “Ҡулланырға мөмкинлек бирелгән аҡсаларығыҙға беҙ тәғәйенләгән хаҡҡа тауар алығыҙ,”-тиҙәр.
Зариф:
 Юҡ, улай түгел. Беҙ уларҙың бер өлөшөн ҡулаҡса менән ала алабыҙ, ҡалғандарын беҙ нимәлер һатып алырға телгәндәргә асыҡ кредит хаты менән. Был- диктат түгел. Мин миңә бойороуҙарын яратмайым. Мин быға юл ҡуймаясаҡмын.

Евроньюс: 

Һуң улар бит экспорт өсөн һеҙгә лимит урынлаштырҙы!
Зариф:
 Экспорт өсөн лимитты алдараҡ билдәләгәйнеләр. Улар ҡаты лимиттан баш тартырға булды. Әйткәнемсә, был санкциялар тәүҙә үк законһыҙ ине. Тик беҙ ҡануниәткә таянып эш итмәгән донъяла йәшәйбеҙ. Америка, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа илдәрҙе һәм шәхси секторҙы ышандырыу өсөн, был донъяла сәйәси һәм иҡтисади мускулдары менән уйнай.
Евроньюс:
Һеҙ үҙегеҙҙе ҡорбан тип иҫәпләйһегеҙме?
Зариф:
Мин халыҡ-ара йәмәғәтселекте ҡорбан, тип иҫәпләйем, сөнки беҙ көстөң хоҡуҡты еңеүенә юл ҡуйҙыҡ. Был тормош факты, бының менән мин бәхәсләшә алмайым. Конкрет тормош хәҡиҡәте бар, беҙ унан сығырға һәм халыҡ-ара йәмәғәтселек менән икенсе тип мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә тейеш. Белеүегеҙсә, беҙ хөкүмәттә 6 ай ғына әле. Беҙ мираҫ итеп алған хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Халыҡ-ара йәмәғәтселеккә үҙ ҡараштарын көсләп таҡҡаны өсөн, Ҡушма Штаттар менән мөнәсәбәттәр булманы тиерлек. Был имен практика түгел, әммә ул йәшәй.
Евроньюс:
 Һеҙ, Иран нефте буйынса килешеү төҙөү өсөн, Иранға нефть компанияларын, халыҡ-ара картелдәрҙе саҡырҙығыҙ. Ул ниндәй шарттарҙа эшләнде? Һеҙ ниндәйҙер контракттарға ҡул ҡуйҙығыҙмы инде?
Зариф:
 Бер ниндәй ҙә килешеүгә ҡул ҡуймаған компаниялар һирәк.

Евроньюс:
 Ул контракттар хаҡында белергә мөмкин буласаҡмы?
 Зариф:
 Ғәҙәттә нефть контракттары бер генә илдә лә асыҡ документ түгел. Һәр нефть килешеүендә конфиденциаль пункт бар. Беҙҙең конституцион сикләүҙәребеҙ ҙә бар. Тик беҙ нефть өлкәһен сит ил инвестициялары өсөн асығыраҡ итергә тырышабыҙ. Нефть сәнәғәте министрлығы яңы төр килешеүҙәр әҙерләй. Бындай килешеүҙәрҙең өлгөһө халыҡҡа сығарылыр, тип уйлайым. Ул әҙер булғас, беҙ уны бөтәһенә лә күрһәтербеҙ. Һәр нефть компанияһы Иран баҙарында яңы мөмкинлектәргә эйә буласаҡ, был халыҡ-ара компанияларҙы бик ҡыҙыҡһындыра. Ә айырым корпорациялар менән килешеүҙәрҙең конкрет деталдәре конфиденциәллек пункттарына бәйле буласаҡ.
Евроньюс:
Иранлыларҙы килеп тыуған хәлдәр борсой. Һеҙ халыҡ-ара йәмәғәтселектең баҫымына ризалашырға мәжбүр булдығыҙ. Улар был контракттар нефть картелдәре файҙаһына ғына булыр һәм был Каджарҙар династияһы осорона ҡайтыу булыр, тип шикләнә.
Зариф:
Улай булмаясаҡ. Иран йәмәғәтселеге һайлауҙар аша үҙ мөнәсәбәтен белдерә ала. Улар быны элек тә эшләне, әгәр беҙҙең эштәребеҙ уларҙың милли мәнфәғәттәренә ҡаршы килә тип уйлаһалар, артабан да быны күрһәтәсәктәр.
Евроньюс:
 Үҙегеҙҙең өлкәгә- тышҡы сәйәсәткә күсәйек. Күптән түгел белдереүегеҙсә, бөтә сит ил көстәре Сүриәнән китергә һәм Сүриә халҡына үҙ яҙмышын үҙенә хәл итергә мөмкинлек бирергә тейеш. Ислам инҡилабы һағы подразделениелары ни өсөн әле булһа унда һәм уларҙың унда булыуын яҡшы тойорға мөмкин?
Зариф:
Әйттем һәм йәнә әйтәм: Сүриәнең киләсәген сүриәлеләр үҙҙәре билдәләргә тейеш. Улар быны сит-яттарҙың ҡыҫылышынан башҡа эшләргә тейеш. Хәҙер Иран хәлде сәйәси юл менән хәл итеү яҡлы, сөнки..
Евроньюс:
 Унда бит һеҙҙең хәрби көстәрегеҙ бар...
Зариф:
Юҡ унда беҙҙең хәрбиҙәребеҙ. Сүриә хөкүмәте- БМО таныған хөкүмәт. Уйлауымса, террористар булараҡ БМО исемлегенә ингән ойошмаларҙы аҡса һәм ҡорал менән тәьмин итеүселәр ярҙамдары өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алырға тейеш. Сүриә менән мөнәсәбәттәрҙе тыйыусы закондар юҡ, ләкин Иран ҡораллы көстәре лә Сүриәлә юҡ.
Евроньюс:
 Һуңғы һорау. Рухани әфәнде власҡа килгәне бирле язалауҙар артты. Һеҙ был турала нимә тиерһегеҙ?
Зариф:
 Беҙҙә хөкөм эше бойондороҡһоҙ. Президент һайлауҙары уға бер нисек тә тәьҫир итмәй. Һәм, әлбиттә, был системалағы эштәргә беҙ бер нисек тә ҡыҫылмайбыҙ. Үлемгә хөкөм итеүҙәр бөтә донъяла әҙерәк булыуын, кеше хоҡуҡтарын һәр ерҙә хөрмәт итеүҙәрен бик теләр инек. Хәлдәрҙе яҡшыртырға мөмкин, әлбиттә, ләкин Ирандағы тормоштоң бөтә аспекттарына йоғонто яһау өсөн ваҡыт кәрәк.
Евроньюс:
Доктор Зариф, рәхмәт!


Комментариев нет:

Отправить комментарий