среда, 5 февраля 2014 г.

Эштон Киевҡа килде, ә Янукович Сочиға йыйына.


Европа йәнә Украина уйынына ҡушыла. Шишәмбе Киевҡа, көрсөктән сығыу юлын табыуға булышлыҡ итеү өсөн, власть вәкилдәре һәм оппозиция менән һөйләшеүҙәргә Евроберләшмәнең төп илсеһе Кэтрин Эштон килде. Визитының бөгөнгө программаһында- президент Янукович менән осрашыу, өс оппозиция лидеры менән баронесса кисен аш табыны янында осрашҡайны.

Европаның киң мәғлүмәт сралары билдәләүенсә, Эштон, моғайын, Украина етәкселегенә “һый”менән килгән- дүшәмбе Брюссель һәм Вашингтон Киевҡа уртаҡ финанс ярҙамы күрһәтеү ихтималлығы, уның күләме хаҡында әңгәмәләште.

“Бындағы хәлдәргә Евроберләшмә килеп ҡыҫылһа, шунда уҡ Рәсәй килеп ҡушыласаҡ,-ти манифестацияла ҡатнашыусы.-Был беҙҙең эш һәм беҙҙең ил. Беҙ Януковичты алып ташларға һәм яңы лидерҙы ҡуйырға тейеш, ә ул барыһын да нисек кәрәк, шулай эшләйәсәк.”

Көнбайыш Украина власын һәм оппозицияны, халыҡтың ышанысын яуларҙай хөкүмәт төҙөү өсөн, компромисҡа барырға саҡыра. Ике ай элек евроинтеграцияға ҡарағанда Рәсәй кредитын хуп күргән, һуңыраҡ урам алыштарында премьерын юғалтҡан  Виктор Янукович уҫал телдәр әйтеүенсә, “Владимир Путин менән министрҙар кабинетының яңы башлығы кандидатураһы хаҡында һөйләшеү өсөн” Сочиға йыйына.



Комментариев нет:

Отправить комментарий