Шаршамбы Францияның
көнбайыш региондарына көслө дауыл ябырылды. Бретань айырыуса зыян күрҙе, унда
тиҫтәләрсә мең йорт электрһыҙ тороп ҡалды. Ел тиҙлеге секундына 40 метрҙан да
артып китте, ярҙарға ҡеүәтле тулҡындар килеп бәрелде.
Илдең Атлантика
буйҙарындағы 9 департаментта ҡыҙыл-һары –юғары хәүефлелек кимәле иғлан ителде.
Ирландияла ла 20
меңдән ашыу йорт электрҙан мәхрүм ҡалды. Унда дауыллы ел ҡойма ямғырҙар менән
бергә килде. Йылғалар ташты һәм бер нисә ҡаланы һыу баҫты.
“Ҡот осҡос, яр
буйҙарына яҡын килерлек түгел,- ти бында йәшәүсе кеше.-Ҡала үҙәге бушап ҡалды,
бөтә магазиндар ябылды.”
Корк, Уэксфорд һәм Уотерфорд урамдары
йылғаға әүерелде, унда йөҙөп йөрөргә мөмкин.
Словенияға ябай ямғыр түгел, масштаблы
тәбиғәт һәләкәтенә алып килгән боҙло ямғыр ябырылды. Урмандар ҙур зыян күрҙе:
туңған боҙ ауырлығын күтәрә алмай, йөҙҙәрсә мең ағас шартлап һынды. Электр
тапшырыу линиялары өҙөлөү сәбәпле, мәктәптәрҙең яртыһы самаһы ябылды.
Автомобиль һәм тимер юл бәйләнеше өҙөлдө.
Комментариев нет:
Отправить комментарий