четверг, 6 февраля 2014 г.

БМО Ватиканды рухани-педофилдарҙы әрсәләүҙә ғәйепләй.


БМО-ның Балалар хоҡуҡтары буйынса комитеты Ватикандан балаларға ҡаршы енси енәйәттәргә ҡағылышы булған бөтә руханиҙарҙы, кисекмәҫтән үҙ вазифаларынан бушатып, эштәрен хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыуҙы талап итте. Был хаҡта Изге престол докладын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса комитеттың рекомендацияларында әйтелә.
“Комиссияның төп һығымтаһы шундай: Изге Престол артабан да енәйәтселәрҙең көс ҡулланыуҙарына булышлыҡ итеүсе сәйәсәтте һәм практиканы ҡорал итеп алған,”-тип белдерҙе комитет етәксеһе Кирстен Сандберг.
Ватикандың балаларҙы көсләүселәргә ҡарата тейешле саралар күрмәүенә комитет етди борсолоуын белдерҙе, сөнки ғауға уртаһында ҡалған рухани-педофилдарҙы йыш ҡына икенсе приходҡа күсереү менән сикләнгәндәр.
“Уларҙы судҡа бирергә кәрәк,”- тип иҫәпләй Римдан килгән турист.
“Ҡыуырға, ҡыуырға кәрәк,- ти бер ҡыҙ.-Улар сиркәүҙән ҡыуылырға тейеш. Балаларға тейергә ярамай. Һис кенә лә тейергә ярамай.”
2011 йылда рухани-педофилдар тирәһендә башланған ғауғағанан Рим-католик сиркәүе иерархартары ла ситтә ҡалманы, уларҙы үҙ ҡул аҫтындағыларҙың енәйәттәрен йәшереүҙә, балаларҙы көсләү осраҡтарын фаш итмәй ҡалдырыуҙа ғәйепләнеләр.



Комментариев нет:

Отправить комментарий