среда, 12 февраля 2014 г.

Евроберләшәмә Американың 1507 сортлы кукурузына “йәшел ут” бирә.


Евроберләшәләге 28 илдең 19-ы ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, Брюссель генетик модификациялы кукуруз үҫтерергә ризалыҡ бирә. Һүҙ Американың Du Pont and Dow Chemical компанияһы етештергән 1507 сорты тураһында бара. ЕС-тың 5 иле генә риза булған. Әммә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Еврокомиссия ҡарарҙарын “квалификациялы күпселек” ҡабул итә.
Һаулыҡ һаҡлау һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау еврокомиссары Тонио Борг былай тине:
“Тыйыу мәсьәләһе буйынса тауыш биргәндә, квалификациялы күпселек йыйылмаһа, Европа Комиссияһы ул тәҡдимде (генетик модификациялы кукуруз үҫтереүҙе) хупларға тейеш.”
Берлинда Брюсселдең ниәттәренә ҡаршы акция үтте. Немец йәшелдәрелидеры Симоне Питер һөйләй:
“Германия хөкүмәте Европала ген инженерияһына ҡаршы сығыш яһау буйынса тарихи мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырҙы. Европа ерендә генетик йәһәттән үҙгәртелгән кукуруз үҫтерергә ризалыҡ биреү сәбәпле, ҡулланыусыларҙың кәрзинендә модификациялы продукттар пәйҙә буласаҡ. Бөтә немецтар ҙа быға ҡаршы.”
Брюсселдең ҡарары коммерция йәһәтенән ни ҡәҙәр уңышлы булыуын ваҡыт күрһәтер- күп ҡулланыусылар ГМО продукттар һатып алыуҙан тайшана һәм дөрөҫ тә эшләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий