среда, 12 февраля 2014 г.

Британияла ташҡындар: халыҡ властарҙы аныҡ пландары булмауҙа ғәйепләй.


Британия сираттағы ҡойма ямғырҙарға һәм ташҡындарға әҙерләнә. Белгестәр әйтеүенсә, уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү айҙарға һуҙыласаҡ. Һауа торошо хаҡында мәғлүмәттәр ҙә, страховкалау компанияларының күҙаллауҙары ла ҡыуандырмай- стихия ҡазаһынан күргән зыян бер миллиард фунт стерлигтан ашып китеүе ихтимал. Британлылар властарҙы аныҡ эш планы булмауҙа ғәйепләй. Рейсбериҙа (Беркшир графлығы) йәшәүсе ҡатын оборона министры Филип Хаммондҡа ярҙам етешмәүгә зарланды:
“Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау агенствоһынан бында берәү ҙә юҡ. Офистарында ултыралар, ә улар бит бында булырға тейеш. Улар был турала уйламай. Беҙ бында ике тәүлек инде эшләйбеҙ, кешеләрҙе эвакуациялайбыҙ, баштан-аяҡ һыу кисәбеҙ, ғүмеребеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуябыҙ.”
Властар түҙемлеге кәмей барған халыҡты тынысландырырға тырыша. Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон Англияның зыян күргән көньяҡ-көнбайыш райондарында булды.
Кэмерон: “Был ҙур проблема. Был йылдың башы 250 йыл эсендәге иң ямғырлыһы булды. Бер нисә тиҫтә йыл инде илебеҙ бындай һауа шарттарын күргәне юҡ. Минең артта стихия эҙемтәләре күренеп тора. Хәлдәр нормалләшһен өсөн, ваҡыт кәрәк- беҙ быны ҡабул итергә тейеш.”
Лондондың көнбайышындағы меңләгән йорт халҡы эвакуацияланған. Беркшир, Суррей һәм Сомерсет графлыҡтарында кеше ғүмерҙәрен һаҡларға тейешле 14 киҫәтеү иғлан ителгән. Белгестәрҙең аңлатыуынса, ямғырҙар иртәгә үк туҡтаһа ла, тупраҡтың ныҡ дымлы булыуы арҡаһында, ташҡындар бер нисә аҙнанан һуң ғына ҡайтасаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий