понедельник, 10 февраля 2014 г.

Иран һәм Халыҡ-ара атом энергияһы агенствоһы (МАГАТЭ) 7 пункт буйынса килеште.


Иран халыҡ-ара йәмәғәтселектең ядро программаһы сиктәрендә ул атом ҡоралын булдырыу өҫтөндә эшләгән тигән шиге хаҡында һөйләшергә әҙер. Йәкшәмбе Иран делегацияһы менән һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса был турала Халыҡ-ара атом энергияһы агенствоһы вәкилдәре хәбәр итте. Агенствола быны алға табан бер аҙым, тип иҫәпләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта Таһранда шуны ла аңғарттылар: уның хәрби әҙерлеге хаҡындағы һөйләшеүҙәрҙә Көнбайыш артабан ташламалар көтөргә тейеш түгел.
Ирандың сит ил эштәре министры урынбаҫары Аббас Аракчи:
“Ислам республикаһының оборона мәсьәләләренә ҡағылышлы нәмәләр хаҡында һүҙ булырға тейеш түгел. Атом программаһынан тыш мәсьәләләрҙе индерергә беҙ бер кемгә лә рөхсәт итмәйәсәкбеҙ, бигерәк тә әгәр ул оборонаға ҡағылһа.”
Уҙған ялда Иран һәм Халыҡ-ара атом энергияһы агенствоһы 7 пункт буйынса килешеүгә ирешеүе тураһында хәбәр итте. Улар 15 майға ҡәҙәр тормошҡа ашырылырға тейеш. Был килешеү Женевала Иран ядро проблемаһы буйынса дауам иткән сәйәси һөйләшеүҙәр алдынан ыңғай сигнал булыуы ихтимал. Уның сираттағы раунды 18 февралдә башланасаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий