понедельник, 10 февраля 2014 г.

Япония ҡар аҫтында.


Япония йөҙ йылға яҡын был ҡәҙәр ҡарҙы күргәне булмаһа ла, йәйәүлеләр өсөн юлдар йыйнаҡ ҡына итеп ҡарҙан әрселгән, машиналар йөрөй торған юлдар ҙа таҙартылған. Һуңғы тәүлектәрҙә ҡайһы бер райондарҙа ҡар ҡалынлығы 40 сантиметрға етте.
Ҡар һирәк күренеш булған илдең көньяғына ла йонсоу көндәр килде. Мәҫәлән, Сендай ҡалаһында һуңғы 78 йыл эсендә ҡар төшкәне булманы. Властар тайғаҡ юлда күп һанлы имгәнеү, аяҡ-ҡул һыныуҙар, баш мейеһе һелкенеү осраҡтарының тап илдең көньяғында булыуы хаҡында хәбәр итә.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 7 кеше һәләк булған- башлыса был юл-транспорт фажиғәләре.
Токио аэропортында ил эсендәге бер нисә рейсты туҡтатыу хаҡында иғлан иттеләр. Ҡала-тирә поездары ла өҙөклөк менән йөрөй. Мәктәптәр эшләмәй, ә университеттарҙа ҡышҡы имтихандарҙы кисектереү хаҡында иғлан иттеләр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий