понедельник, 10 февраля 2014 г.

Женевала Сүриә мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәрҙең икенсе раунды башлана.


Женевала Сүриә мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәрҙең икенсе раунды старт ала. Был юлы ла властар һәм оппозиция араһындағы аралашсы- БМО-ның Сүриә буйынса махсус илсеһе Лахдар Брахими.
Ғинуар аҙағындағы һөйләшеүҙәрҙең тәүге раундында граждандар һуғышын туҡтатырға мөмкинлек биреүсе конкрет ҡарарҙар ҡабул ителмәне.
Принципиаль ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан,  күҙәтеүселәрҙең билдәләүенсә, ике яҡ та бер-береһен иғтибар менән тыңларға әҙер.
Беренсе раундағы берҙән-бер килешеү- балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар эвакуациялана алһын өсөн, Хомс ҡамауын йомшартырға ҡарар итеү.
Әйтергә кәрәк, күбеһенсә был килешеүгә Женева өҫтәле артынан бигерәк гуманитар ойошма вәкилдәре һәм урындағы властар тырышлығы менән ирешелде. Көн элгәре БМО көстәре оҙатыуында ҡаланан 600 кеше сыҡты. Йәкшәмбе көн утҡа тотоуҙарҙы туҡтатыу ваҡыты үтте, әле Ҡыҙыл тәре вәкилдәре операцияны оҙайтыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып бара.




Комментариев нет:

Отправить комментарий