воскресенье, 9 февраля 2014 г.

Халыҡ-ара енәйәт суды Үҙәк Африка Республикаһындағы енәйәттәрҙе тикшерәсәк.


Үҙәк Африка Республика мосолмандары ашығыс рәүештә илдән китә. Йома көн лыҡа тулы йөк машиналары Африка контингентындағы тыныслыҡ урынлаштырыусылар һағы аҫтында күрше Чадҡа Банги ҡалаһының бер нисә мең кешеһен алып сыҡты.
Илдә күпселекте тәшкил иткән христиандар колоннаны ҡул сабып оҙатты. Ҡасаҡтарҙың береһе машинанан йығылып төштө һәм уны шунда уҡ өйөрҙәре менән өҙгөләп ташланылар.
Халыҡ-ара енәйәт суды Үҙәк Африка Республикаһындағы хәрби енәйәттәрҙе тикшерә башлауҙары тураһында белдерҙе. Күптән түгел дәүләт башлығы итеп һайланған Катрин Самба Панза бының менән тулыһынса риза булыуын белдерҙе:
 “Киң күләмдәге кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙар язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел,-тине ул “Евроньюс” хәбәрсеһенә биргән интервьюһында.-Ғәҙеллек булдырмай тороп, Үҙәк Африка Республикаһы ерендә тыныслыҡ булдыра алмаясаҡбыҙ.
Һәр кеше эшләгән эштәре өсөн яуап бирергә тейеш. Кемдер енәйәт эшләгән икән- закон буйынса язаһын алһын.
Мин юл баҫыусы бандиттарҙы ла, гөнаһтарға батҡан сәйәсмәндәрҙе лә, илебеҙҙе ошо хәлгә төшөргән ҡотҡо таратыусыларҙы ла яҡларға йыйынмайым. Бер кемде лә яҡламаясаҡмын, һәр кем халыҡ-ара трибунал алдында ҡылған ҡылыҡтары өсөн яуап бирәсәк.”
Үҙәк Африка Республикаһында бер нисә ай инде дини бәрелештәр дауам итә. БМО мандатына ярашлы француз контингентына Африка союзы илдәренең хәрби хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килде.
Бөйөк Британия ғәскәрҙәрҙе тәьмин итеү буйынса сикләнгән операция үткәреү мөмкинлеген ҡарауы хаҡында белдерҙе, әммә үҙ һалдаттарын Үҙәк Африка Республикаһына ул ебәрергә уйламай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий