воскресенье, 9 февраля 2014 г.

Монархия, мафия, коррупция хаҡында: Пальма-де-Мальорка халҡы фекере.


“Судья Хуан Кастроның инфанта Кристинанан һорау алыуы- был король ғаиләһе тарихында тәүге шундай хәл- испан йәмәғәтселегендә яҡты өмөттәр уятты. Эш Кристина герцогиня титулын йөрөткән Пальма-де-Мальорка ҡалаһы судында ҡарала. Был ваҡиға айҡанлы монархияға ҡаршы булғандар Республиканы тергеҙеүҙе, испандарҙың социаль ихтыяждарына күберәк иғтибар бүлеүҙе талап итеп, хөкөм һарайы алдына йыйылды”,-тип хәбәр итә Балеар утрауҙары баш ҡалаһынан махсус хәбәрсебеҙ Гильермо Гайя.
Испания короле ҡыҙы суд эскәмйәһендә- ил өсөн ғәҙәттән тыш хәл һәм монархияның ҡаҡшауына дәлил тип, урындағы киң мәғлүмәт саралары процестың башланыуына комментарий бирә.
Манифестацияла ҡатнашыусылар “закон алдында барыһының да бер тигеҙ”булыуын талап итә.
“Беҙҙең монархия- урта быуат ҡалдығы, бөгөн уны мафия тулыһынса контролдә тота. Монархия- беҙҙең илдәге коррупцияның нигеҙе,”-тип асыулана манифестацияла ҡатнашыусы ир.
“Король ғаиләһен Мариано Рахой етәкселегендәге хөкүмәт яҡлай. Ул күптән түгел бөтә халыҡ алдында Кристинаға ғәйепләү белдерә алмаясаҡтары тураһында белдерҙе,”-тип йәнә асыуын сығара бер ҡатын.
Шәмбеләге һорау алыу барышында Кристина иренә ышаныуын һәм уның мутлыҡтары хаҡында белмәүен белдерҙе. Принцесса мутлыҡта һәм дәүләт аҡсаларын үҙләштереүҙә ғәйепләнһә, уның ире, элекке олимпия чемпионы Иньяки Урдангарин алдағы ике статьянан тыш алдашыу, ышанысты аҡламау, эш урынын енәйәти маҡсаттарҙа файҙаланыуҙа ғәйепләнә.
Ғәйепләүсе яҡтың фекеренсә, Урдангарин һәм уның элекке партнеры Испания ҡлаларының береһенә күрһәткән хеҙмәттәргә хаҡты арттырған һәм 6 миллион евроны үҙ контролдәре аҫтындағы фирмаға күсергән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий