воскресенье, 9 февраля 2014 г.

Cараеволағы ҡаршылыҡ акциялары ҡала халҡына һуғышты хәтерләтте.


Тыуған ҡалаһындағы емереклектәр Сараево халҡының һуғыш яраларын яңынан ҡуҙғатты.
Улар емереү, погромдарҙы аҡламайҙар, әммә оҙаҡ йылдар бер ниндәй эш ҡыра алмаған властарҙы ғәйепләйҙәр- ил күптән инде яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе күрмәй:
“Мин ошо ҡаланы, шул иҫәптән ошо бинаны ла һаҡланым. Янғындан башҡа йорттарҙы ла һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ. Миңә бөгөн ошо емереклектәрҙе күреүе ауыр.”
“1992 йылда ошо биналарҙы мин емереүҙән, янғындан һаҡланым- ул саҡта Сараевоның үҙәк урамдары өсөн яуаплы инем. Четниктар бинаны утҡа тотҡанда, мин янғын һүндереп йөрөнөм. Ә хәҙер беҙҙе ниндәй хәлгә төшөрҙөләр: Босния һәм Герцоговинала тыуған беҙҙең балалар үҙҙәре ошо биналарҙы яндыра.”
“Махсус эшләнгән эш был. Нисек шулай булыуы мөмкин? Бер юлы бер нисә ҡалала-Сараевола, Мостар, Тузлала шул уҡ биналарҙы яндырғандар. Бында бер ғиллә бар!”
“Әлбиттә, был емереклектәрҙе күреү миңә ауыр. Тик кемдер нимәлер әйтергә теләп, уны тыңламаһалар, халыҡтың ризаһыҙлығы ошондай күренештәргә килтереүе лә ихтимал.”
Сараеволағы Президиум бинаһындағы янғын дәүләт архивының бер өлөшөн юҡҡа сығарған. Хеҙмәткәрҙәрҙең һүҙҙәре буйынса, бик ҡиммәтле документтар һәләк ителгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий