суббота, 8 февраля 2014 г.

Нуланд тирәһендәге ғауға: Вашингтон телефон әңгәмәһен баҫтырып сығарыуға Мәскәүҙең ҡатнашлығы бар, тип иҫәпләй.


АҠШ-та социаль селтәрҙә дәүләт сәркәтибе ярҙамсыһы Виктория Нуланд менән ғауғалы видео пәйҙә булыуға Рәсәй властарының ҡатнашлығы бар, тип иҫәпләйҙәр. АҠШ дәүләт департаментының рәсми вәкиле Джен Псаки былай тип белдерҙе:
“Беҙҙең уйлауыбыҙса, был юлы Рәсәй, үҙенең конспиратив эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеп, ни ҡәҙәр түбән тәгәрәүен күрһәтте. Мин роликтың пәйҙә булыуын һәм таратылыуын күҙ уңында тотам (һүҙ Виктория Нуландтың”Ә Евроберләшмә...китһен”тигән ғауғалы фразаһы хаҡында бара). Видеоның барлыҡҡа килеүен мин башҡаса аңлата алмайым. Һеҙ хаҡлы, ул яңы һәм төндә пәйҙә булды. Улар уны актив тараталар, күсереп баҫалар, Twitterға мәғлүмәт бирәләр.
Ҡайһы бер Рәсәй сәйәсмәндәренең фекеренсә, ғауғалы телефон әңгәмәһе Көнбайыштың Украиналағы хәлдәргә һаман йоғонто яһарға тырышыуын күрһәтеп тора. Дәүләт думаһының коммунистар фирҡәһе депутаты Вячеслав Тетекин һөйләй:
“Cит ил державалары, уларҙың дипломаттары, төрлө махсус хеҙмәттәре был процестағы ептәрҙе күптән тартҡылай. Ә был данлыҡлы әңгәмә беҙ белгән нәмәләрҙе йәнә раҫланы.”
Коммунистар фирҡәһенең бер нисә тиҫтә вәкиле Мәскәүҙәге АҠШ илселеге бинаһы алдында пикет ойошторҙо. Депутаттар Вашингтондың Украина эштәренә ҡыҫылыуына ҡаршы сыҡты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий